Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
30 Ноябрь 2021, 22:15

"Өршәк"тәр туҡталышһыҙ ыҙалай ине

Республикаға идара итеү үҙәгенә йыл башынан туҡталыштарға бәйле 641 мөрәжәғәт килгән.

"Өршәк"тәр туҡталышһыҙ ыҙалай ине
"Өршәк"тәр туҡталышһыҙ ыҙалай ине

Ямғыр менән ҡар аҫтында автобус көтөп тороуы еңел түгел. Өфөләге “Өршәк” баҡсасылар ширҡәтендә 200 самаһы ғаилә йәшәй, тик транспорт өсөн туҡталыш юҡ. Бынан бөтәһе лә зыян күрә.

Урындағы халыҡтың мөрәжәғәттәре Республикаға идара итеү үҙәгенә быйыл 10 апрелдә эләккән. Мәсьәләне Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән берлектә хәл итә башлағандар.

“Өршәк” баҡсасылар ширҡәте федераль әһәмиәттәге Р-240 “Өфө – Ырымбур” юлы менән сиктәш һәм “Приуралье” юл идаралығы балансында тора. Һөйләшеүҙәр, планлаштырыу, павильон ҡуйыуға аҡса бүлгәндән һуң уны 2021 йылда юлдарҙы капиталь ремонтлау программаһына индерәләр.

Министрлыҡ һәм юлсыларҙың көсөргәнеше, бурыстар күләме ҙур, улар туҡталыш төҙөүҙе 30 ноябргә тиклем тамамларға планлаштырған. Шулай ҙа эште алдараҡ бөтөрөп, 22 ноябрҙә тапшырғандар.

Туҡталыштарға бәйле тағы бер проблема баш ҡалала ла хәл ителде. Вандалдар Өфө художетво-сәнәғәт колледжы ҡаршыһындағы павильонға һүрәттәр төшөрөп бөткән. Быйыл 21 ноябрҙә туҡталыштың хәле тураһында Камилла Ефимова социаль селтәрҙәрҙә яҙған.

Республикаға идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте теркәгән һәм баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәтенә тапшырған. Иртәгәһенә, 22 ноябрҙә үк, төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт белгестәре туҡталышты таҙартҡан һәм сүп-сарҙы ла йыйыштырып ҡуйған.

Йыл башынан алып Республикаға идара итеү үҙәгенә туҡталыштар буйынса 641 мөрәжәғәт килгән. Улар башлыса бындай урындар булмауға йәки тәртипкә тотолмауға бәйле. Проблемалар яйлап хәл ителеп килә.

Шулай ҙа Республикаға идара итеү үҙәгенең төп маҡсаты урындарҙа проблеманы хәл итеү түгел, ә уны бөтөрөргә тырышыу. Нисек кенә булмаһын, туҡталыштар торошон халыҡ түгел, ә махсус хеҙмәттәр күҙәтергә тейеш.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: