Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
6 Декабрь 2021, 20:30

“Сәләм”дә ниндәй штраф янауы тураһында әйтелде?

Бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал...

“Сәләм”дә ниндәй штраф янауы тураһында әйтелде?
“Сәләм”дә ниндәй штраф янауы тураһында әйтелде?

Һуңғы ике көндә “Инцидент-менеджмент” системаһына коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса һорауҙар күберәк килгән (79 хәбәр). Артабан исемлекте юлдар (67), төҙөкләндереү (59), һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт транспорты буйынса (53-әр) дәғүәләр дауам итә.

Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” программаһында Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итте. Рус телендәге тапшырыуҙы һәр иртә 8.40 сәғәттә ҡарай алаһығыҙ, башҡорт телендәгеһе шишәмбе һәм кесаҙнала 8.10 сәғәттә башлана.

Шыршы баҙарҙары Өфөлә 15 декабрҙән эшләй башлаясаҡ. Республика урман хужалыҡтары 60 мең шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы әҙерләгән. Ағастарҙы махсус ойошторолған плантацияларҙа үҫтерәләр. Урманда үҫкән шыршыны үҙ белдегең менән ҡырҡыу тыйыла. Бындай башбаштаҡлыҡтың ҡиммәткә төшөүе ихтимал, штраф күләме өс мең һумдан 300 мең һумға тиклем. Техника ҡулланылғанда, уның дүрт мең һумдан 500 мең һумға тиклем етеүе мөмкин.

Республикала көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкиле Лилиә Кәримова электр приборҙары һәм мейес ҡорамалдарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫкәртте һәм йорттарға ут сығыуын иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйырға саҡырҙы.

Фото, видео: https://vk.com/tsur_bashkortostan

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: