

Республикаға идара итеү үҙәге һуңғы аҙналағы эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Мәғариф темаһы аҙнаның иң популяр мөрәжәғәттәрен уҙып китте. Был республика Башлығы Радий Хәбировтың мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөү, ремонтлау мәсьәләһен күтәреүенә бәйле. Ошо көнүҙәк проблема буйынса мәғлүмәт сығанаҡтарында 244 комментарий ҡалдырғандар.
29 ноябрҙән 5 декабргәсә мөрәжәғәттәр һаны сағыштырмаса аҙ булған – 3 053 (бығаса – 5089).
Вакцинациялау темаһы алдынғылыҡты бирмәй (1521 мөрәжәғәт), икенсе урында – торлаҡ-коммуналь тармаҡ мәсьәләләре (262). 223 яҙма пособиеларға һәм социаль хеҙмәтләндереүгә бәйле. Биш популяр теманы төҙөкләндереү йүнәлеше йомғаҡлай (205).
Былтыр был ваҡытта Республикаға идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәттәр ике тапҡырға аҙыраҡ килгән (1207). Был, һис шикһеҙ, кешеләрҙең социаль селтәрҙәрҙең мөмкинлектәрен үҙ проблемаларын хәл итеү ҡоралы икәнлеген аңлай башлауына бәйле.
Фото: rbk.ru