Инцидент
7 Декабрь 2021, 06:30

Мәләүездәр ҡыуанысы менән уртаҡлаша

Үткән тәүлектә мәғлүмәт системаларына 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән.

Мәләүездәр ҡыуанысы менән уртаҡлашаМәләүездәр ҡыуанысы менән уртаҡлаша
Мәләүездәр ҡыуанысы менән уртаҡлаша

Ғәҙәттәгесә,  Башҡортостан юлдаш телеканалының  “Сәләм” программаһында, Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәренә таянып,  республика тормошона бәйле һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: рус телендәге тапшырыуҙы һәр көн 8.40 сәғәттә ҡарарға мөмкин, башҡорт телендәге сығарылыштар шишәмбе һәм кесаҙнала 8.10 сәғәттә башлана.

Үткән тәүлектә мәғлүмәт системаларына 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың күбеһе торлаҡ-коммуналь тармаҡ проблемаларына ҡағыла –  53 мөрәжәғәт, социаль мәсьәләләргә бәйле  -  45,  һаулыҡ һаҡлауға бәйле –  41, юлдар темаһы буйынса – 34, йәмәғәт транспорты буйынса 27 мөрәжәғәт теркәлгән. Тимәк, халыҡты тап ошо мәсьәләләр нығыраҡ  борсой. Улар буйынса Республикаға идара итеү үҙәге ведомстволар һәм министрлыҡтар менән берлектә эшләй һәм һәр мөрәжәғәтте хәл итеү юлдарын эҙләй.

Унан тыш, Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре башҡарылған эштәрҙең һөҙмтәләре менән дә таныштыра. Мәҫәлән, бығаса халыҡтан Дүртөйлө-Нефтекама юлы тураһында бик күп мөрәжәғәттәр теркәлгән. Ноябрь айында был ара урыны-урыны менән төҙөкләндерелгән, икенсе йылға юлды тәртипкә килтереү эштәре дауам итәсәк.

Коронавирус темаһы күрһәткестәр араһында һигеҙенсе урында тора - тәүлегенә 22  мөрәжәғәт теркәлгән. Был хәлдең үҙгәреүе ихтимал, ти белгестәр: йоғошло ауырыу таралыуға бәйле хәл көн дә үҙгәреп тора. Әйткәндәй, кисә республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус  таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында Указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе һәм кисәге көндән башлап балалар өсөн күңел асыу бүлмәләре эшләй башланы. Әлбиттә, был шәхси эшҡыуарҙар өсөн ҡыуаныслы хәл, шул уҡ ваҡытта барлыҡ санитария-эпидемиологик талаптар үтәлеү фарыз. Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡ темаһына килгәндә, һуңғы өс айҙа үҙәктә был тема буйынса 430 мөрәжәғәт теркәлгән, сауҙа, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре күтәрелгән.

Шулай уҡ бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенә  тура эфирға сығыш яһарға Мәләүез районының бизнес-шерифы Альберт Таймаҫов килде һәм районда тормошҡа ашырыласаҡ ике ҙур инвестиция проекты тураһында бәйән итте, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү юлдарына ла туҡталып үтте.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас