Инцидент
8 Декабрь 2021, 10:00

Йәмәғәт транспортына дәғүәләр күп

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Таһир Шәрәфетдинов халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр менән таныштырҙы.

Йәмәғәт транспортына дәғүәләр күпЙәмәғәт транспортына дәғүәләр күп
Йәмәғәт транспортына дәғүәләр күп

Республикаға идара итеү үҙәге бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Сәләм” тапшырыуында  халыҡты  ниндәй мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырыуы менән таныштырҙы. Үҙәктә эшләүсе Әлиә Ҡәйүмова һорауҙарға тиҙерәк яуап алыу өсөн  ҡайҙа, нисек мөрәжәғәт итеү кәрәклеген аңлатты. Уның бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ, Башҡортостан Башлығы сайтына, социаль селтәрҙәргә үтенесегеҙҙе, дәғүәгеҙҙе яҙыу менән Үҙәк хеҙмәткәрҙәре уны тотоп алып, хәл итеү өсөн төрлө ойошмаларға ебәрәсәк, мотлаҡ контролдә тотасаҡ. Иң мөһиме, ике яҡлы бәйләнеш булдырыласаҡ, мәсьәлә хәл ителгәс тә яңынан һеҙҙең ҡәнәғәт булыуығыҙ йәки  булмауығыҙҙы асыҡлаясаҡтар.

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Тимур Шәрәфетдинов уны аныҡ миҫалда аңлатты. Мәҫәлән,  баш ҡаланың Октябрь районында  контейнерҙар майҙанының төҙөкләндерелмәүе хаҡында хәбәр килеү менән мәсьәләне иғтибарға алғандар. Майҙан тәртипкә килтерелгәс, яңы фотоларҙы мөрәжәғәт итеүселәргә ебәргәндәр.

Ул “Ҡаты ҡалдыҡтар системаһы”ның республикала нисек эшләүе менән дә таныштырҙы. Бөтәһе лә әлеге ваҡытта бара, ҡайҙа ниндәй тәртипһеҙлек, ҡайҙа нимә эшләнгән – барыһы ла ошо картала асыҡ сағыла. Әлегә системаға теләгән һәр кем инә алмай, ул бары эш маҡсатында файҙаланыла. Әммә хәлдең үҙгәреүе лә ихтимал, әйтеүҙәренсә, республиканың Һанлы үҫеш министрлығы был хаҡта уйлана.

Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙе өйрәнеүҙән тыш, иҡтисад аналитикаһы, мәғлүмәт  йүнәлешендә лә эшләй. Халыҡты бөгөн нимә борсой? “Коронавирус” тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ, был тема ни бары һигеҙенсе урында! Йәмәғәт транспорты, бына нимә борсой халыҡты. Икенсе урында – юлдар! Боҙлауыҡ үҙәккә үткәндер, моғайын. Өсөнсө урында –  торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылған эреле-ваҡлы мөһим мәсьәләләр. Барыһын да тиҙерәк тейешле ойошмаларға ебәреп, хәл итеүҙе йәһәтләргә кәрәк.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас