Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
8 Декабрь 2021, 20:15

“Яҙам һәм илайым...”

Күршеләр фатирын һата...

“Яҙам һәм илайым...”
“Яҙам һәм илайым...”

“Инцидент-менеджмент” системаһына барып эләккән мөрәжәғәт тиҙ хәл ителә.

Өфө ҡалаһы Киров районынан Надежда Никулина: “Яҙам һәм илайым, хәл юҡ, властарҙан да реакция юҡ, барыһы ла яҡшы тип ҡысҡыраһығыҙ ғына. 16 сентябрҙән алып Киров урамындағы 47/2-се йортта эҫе һыу юҡ. Фатирҙа һыуыҡ. Батареялар саҡ ҡына йылы, таныштарҙа - эҫе. Беҙҙә ҡулды ла йылытып булмай. Был беренсе йыл ғына түгел. Күршеләр фатирын һата. Кабинеттар буйлап йөрөү ялҡытты”, - тип яҙған.

Был мөрәжәғәткә Киров районы хакимиәте былай тип яуап биргән: “2021 йылдың 30 ноябрендә хеҙмәтләндереү ойошмаһы белгестәре Киров урамындағы 47/2-се йортта үҙәк йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһында циркуляция насосын алмаштырҙы”. 2 декабрҙә үҙәк йылылыҡ һәм эҫе һыу системаһы тотороҡло эшләй.

Фото: “Инцидент-менеджмент”.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: