Инцидент
9 Декабрь 2021, 11:50

Ерегеҙҙе һыу йыуһа...

Хәҙер ул йылға яғынан участкаһын кәртәләмәй башлаған, сөнки уны барыбер һыу алып китә. Тағы ла өс ихата хужаларын ошондай уҡ мәсьәлә борсой.

Ерегеҙҙе һыу йыуһа...Ерегеҙҙе һыу йыуһа...
Ерегеҙҙе һыу йыуһа...

Быйыл сентябрҙә Ғафури районында йәшәгән Миҙхәт Рахманғолов социаль селтәр аша республика Башлығына райондың Түбәнге Ташбүкән ауылында ярҙы нығытыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

Хатта бәйән ителеүенсә, Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылының Кооператив урамындағы 1-се йорттоң картуф баҡсаһына йыл да йылға зыян килтерә. Ғөмүмән, был урында Ҡондрошлы һәм Әрмет йылғалары ҡушыла.

Былтыр ташҡын ваҡытында ауылда йылғала туғыҙ йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлә. Бәләкәй генә йылғаларҙа һыу кимәле ташҡын мәлендә ике метрға тиклем күтәрелә, шуға ла яҙғы миҙгелдә көслө ағым ярҙы йыуғандан-йыуа бара, һөҙөмтәлә ер участкаһы ла йыл һайын кәмей икән.

Хат авторы белдереүенсә, хәҙер ул йылға яғынан участкаһын кәртәләмәй башлаған, сөнки уны барыбер һыу алып китә. Тағы ла өс ихата хужаларын ошондай уҡ мәсьәлә борсой. Ә йылға ағымын үҙгәртеү өсөн махсус техника талап ителә.

Республикаға идара итеү үҙәге был мәсьәләне хәл итеү буйынса Ғафури районына мөрәжәғәт итте. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 6 декабргә ҡарата Әрмет йылғаһының үҙәнен үҙгәртеү эштәре атҡарылған. Тимәк, хәҙер Миҙхәт Рахманғоловтың ер участкаһын һыу йыумаясаҡ.

Фото: “Бәйләнештә” төркөмөнән.      

 

Ерегеҙҙе һыу йыуһа...
Ерегеҙҙе һыу йыуһа...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас