

Гирляндалар менән петардалар – сағыу тәьҫораттар ҡалдыра, әммә шул уҡ ваҡытта проблемалар сығанағы ла булып тора. Нисек бынан ҡасырға һуң?
Был турала бөгөн иртән Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре Башҡортостан юлдаш телеканалында “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнеше ваҡытында һөйләне. Махсус ҡунаҡ – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығының административ практика һәм тәүтикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Петр Ильин.
Байрамдар янғындар һәм йәрәхәттәр менән боҙолмаһын өсөн белгестәр шундай кәңәш бирә: пиротехниканы тик махсуслаштырылған сауҙа нөктәләрендә генә алыр кәрәк. Һәм улар мотлаҡ сертификация үткән булырға тейеш. Файҙаланыу ваҡыты үткәндәрен алырға ярамай.
Шуны хәтерҙә тотоғоҙ:
- пиротехниканы балаларға бирергә ярамай. Был тыйыла! Ә иң мөһиме – хатта шаяртып ҡына ла уны кешеләр яғына йүнәлтмәгеҙ.
- көслө ел ваҡытында салюттар ебәрмәгеҙ. Шулай уҡ фейерверктан 15 метр алыҫлыҡта торор кәрәк. Фитилгә утты ҡулды һуҙып, мөмкин булғанса алыҫтан төртөргә.
- пиротехниканы тышта, асыҡ урында файҙаланырға. Уға ут төрткән урын тораҡ йорттарҙан кәмендә 30 метр алыҫлыҡта булырға тейеш.
- бер тапҡыр ут төртөп тә, ул тоҡанып китмәй икән, быны ҡабат эшләмәгеҙ!
- аҙаҡ шартлап бөткәс уның ҡалдыҡтарын алып ҡуйырға онотмағыҙ. Уны ҡар йәки һыу менән һүндереп бөтөгөҙ.
Проблемалар килеп тыуа икән – шылтыратығыҙ. Телефондар билдәле – 101 йәки 112.
#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе
Фото: popmech.ru