

Әле – һауа торошоноң берсә йылытып, берсә һалҡынайтып торған мәле. Шуға республикалағы күп кенә урамдарҙа боҙлауыҡтар хасил булды.
Был йәһәттән Өфө лә иҫкәрмә түгел. Баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы Вологда һәм Коммунарҙар урамдарына ҡом һибелгән. Калинин районындағы Баландин бульвары тирәһе лә боҙға ҡаршы матдәләр менән эшкәртелгән. Бына ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгенә килә. Тап ошо һәм тағы мөһим мәсьәләләр хаҡында бөгөн иртән Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалына тура эфирға сыҡҡан мәлдә әйтелде.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр өсөн компенсация хаҡында ла һөйләшеү булды. Уны беҙҙә пенсионерҙарға, инвалидтарға һәм күп балалы ғаиләләргә түләйҙәр. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер QR-код ярҙамында калькуляторҙы асып була икән: https://calc.bashkortostan.ru/EDK_calc/. Уның ярҙамында компенсация күләмен иҫәпләргә мөмкин. Тағы коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү буйынса ла субсидия бар. Был – ярҙам итеүҙең айырым сараһы. Бының өсөн айырым калькулятор барлыҡҡа килгән: https://rcspn.mintrudrb.ru/housing-subvention-calcula...
Тағы һигеҙҙән алып 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн дә пособиелар бар. Был – Пенсия фонды тәғәйенләгән федераль түләүҙәр. Тулы мәғлүмәттәр менән фондың сайтында (https://pfr.gov.ru/grazhdanam/singles_family_with_chi..) танышырға була.
Фото: vrubcovske.ru