Инцидент
16 Декабрь 2021, 08:45

"Быяла кеүек бит..."

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан түбәндәге яуап килә.

"Быяла кеүек бит...""Быяла кеүек бит..."
"Быяла кеүек бит..."

Бишбүләк районынан Марина Николаева Бишбүләк  үҙәк район дауаханаһының биләмәһе торошо хаҡында әсенеп “Инцидент-менеджмент” системаһына яҙа.

“Дауахана биләмәһенә нимәлер һибергә кәрәктер, быяла кеүек бит”.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ошондай яуап була: “Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә. 9 декабрҙә үҙәк район дауаханаһы биләмәһенә ҡом һиптек”. Шулай итеп, “Инцидент-менеджмент” системаһына барып эләккән барлыҡ мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителә.

Фото: “Инцидент-менеджмент”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас