Инцидент
16 Декабрь 2021, 09:20

Ишектәре һәр кемгә асыҡ

Мәҙәниәт йортона йыһаздар алыуға өҫтәмә рәүештә 500 мең һумлыҡ сертификат та тапшырылған

Ишектәре һәр кемгә асыҡИшектәре һәр кемгә асыҡ
Ишектәре һәр кемгә асыҡ

Йыл башында Республикаға идара итеү үҙәгенә Асҡын районынан Илнур Сәбирйәнов район үҙәгендә мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү эшен тиҙерәк тамамлау мөмкинлеген ҡарауҙы һорап яҙғайны.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов ошо көндәрҙә мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты, тип хәбәр итә.

  • “ООО БашАльянсСтрой” ойошмаһы 2019 йылдан мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүгә тотондо: бинала бөтөн коммуникациялар алмаштырылды, фойе, тамашасылар залы, коридорҙар уңайлы һәм заманса итеп эшләнде. Сәхнәгә яңы тауыш ҡорамалдары, йыһаздар ҡуйылды. Бөгөн Асҡын мәҙәниәт йорто бөтөн талаптарға яуап биргән уңайлы бина. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ, - тине Динис Йосопов.

Фото: Асҡын районы хакимиәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас