Инцидент
16 Декабрь 2021, 08:30

Күптәрҙе юлдарҙың тайғаҡ булыуы борсой

Бөгөнгө тура бәйләнештә төп тема юлдарҙы таҙартыу, тротуарҙарҙың торошо тураһында булды. Был һорауҙар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? 

Күптәрҙе юлдарҙың тайғаҡ булыуы борсойКүптәрҙе юлдарҙың тайғаҡ булыуы борсой
Күптәрҙе юлдарҙың тайғаҡ булыуы борсой

Республикаға идара итеү үҙәге иртәнге “Сәләм” тапшырыуы аша тура бәйләнешкә сығып, халыҡты борсоған иң көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә бара. Белеүегеҙсә, “Сәләм” тапшырыуында рус телендә тура эфир көн һайын – 8.40 сәғәттә, башҡорт телендә шишәмбе һәм кесаҙнала 8.10 сәғәттә башлана.

Бөгөнгө тура бәйләнештә төп темалар юлдарҙы таҙартыу эшен системалы ойоштороу, тротуарҙарҙың торошо тураһында булды. “Урамдарҙа тайғаҡ, йөрөп булмай”, тигән хәбәрҙәр һуңғы тәүлектә Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең информсистемаларында төп урынды биләй. Коммуналь хеҙмәттәр урамдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙарта, әммә һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы арҡаһында ҡала юлдарында ҡатмарлыҡтар тыуып тора.

Һуңғы тәүлектә Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән иң күп мөрәжәғәттәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (79), юлдар (76) һәм һаулыҡ һаҡлау (55) темалары буйынса булған.

Был һорауҙар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Өфө ҡалаһында боҙлауыҡ мәсьәләләре буйынса:

- "Ҡарлы Өфө" интерактив картаһына https://ufacity.info/sneg/;

- sneg@ufacity.info электрон почтаһына;

- райондарҙа торлаҡ хужалығы идаралығы диспетчер телефондарына;

- Өфө ҡалаһы һәм райондары башлыҡтарының социаль селтәрҙәрҙә шәхси сәхифәләре аша;

- 112 номеры йә иһә Өфө хакимиәтенең граждандарҙы яҡлау идаралығына (8-347-277-09-11) мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Боҙлауыҡ йә иһә башҡа мәсьәләләр турыһында идара итеү компанияһы һәм урындағы хакимиәткә хәбәр итергә кәрәк.

“Социаль селтәрҙәрҙең эш принцибы бер үк – һеҙҙе ишетәсәктәр”, - тип мөрәжәғәт итте Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре.

Фото: bezformata.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас