

Республикаға идара итеү үҙәге иртәнге “Сәләм” тапшырыуы аша тура бәйләнешкә сығып, халыҡты борсоған иң көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә бара. Белеүегеҙсә, рус телендә тура эфир көн һайын – 8.40 сәғәттә, башҡорт телендә шишәмбе һәм кесаҙнала 8.10 сәғәттә башлана.
Бөгөнгө "тура бәйләнеш"тә 16 декабрҙән Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр тураһында указына индерелгән үҙгәрештәр тураһында аңлатма бирелде.
Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбик, Намибия, Танзания, Эсватини, Көньяҡ Африка Республикаһы, Гонконг кеүек илдәргә бармау хәйерлерәк, сөнки уларҙан ҡайтҡас, ике аҙна үҙҡурсаланыу режимын һаҡларға тура киләсәк. Башҡортостан халҡы был яңылыҡты тыныс ҡабул иткән, һәр хәлдә, Республикаға идара итеү үҙәгенә ялыуҙар, мөрәжәғәттәр ҡабул ителмәгән.
Уның ҡарауы, башҡа өлкәләргә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙар етерлек. Тәүге урында – тайғаҡ юлдар һәм тротуарҙар. Тәүлек эсендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы – 79, юл торошона бәйле 76 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Өсөнсө урында – һаулыҡ һаҡлау өлкәһе. Социаль яҡлау йүнәлеше буйынса 39 хәбәр алынған, ә бына коронавирусҡа ҡағылышлы һорауҙар кәмей бара – 13 мөрәжәғәт.
Кешеләр тормош-көнкүрештәге етешһеҙлектәрҙе Республикаға идара итеү үҙәге аша хәл итеү мөмкинлеген хәҙер яҡшы белә һәм даими мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, Өфө янындағы Базилевка, Федоровка, Самохваловка ауылдарынан урамдарҙы яҡтыртыуға бәйле ялыуҙар алынған. Улар барыһы ла иғтибар үҙәгендә, әлегә һөҙөмтәле яуап юҡ. Үҙәк белгестәре был мәсьәләнең ҡатмарлы булыуын, урамдарҙы яҡтыртыу алдан килешелмәйенсә башҡарылыуын, шуға күрә мәсьәләнең асыҡ ҡалыуын билдәләне.
Нефтекама ҡалаһында рөхсәтһеҙ ҡуйылған таусыҡ алынған, урыны тәртипкә килтерелгән.
Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылындағы мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәреләсәк. Был ауыл халҡы ошо йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Башлығы менән ойошторолған "тура бәйләнеш" ваҡытында төбәк етәксеһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. 11 декабрҙә райондың 2022 йыл өсөн бюджетына Сиҙәкбаш ауылының мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһау өсөн аҡса һалыныуы билдәле булды.
“Дан бульвары” туҡталышының ҡыйығы тиҙҙән осоп китәсәк! Бында быялалар ҙа имен түгел” тигән мөрәжәғәт алынған. Ҡыйыҡты ремонтлағандар, фотоотчет һалынған. Ғөмүмән, Өфөләге “аҡыллы туҡталыштар” буйынса һорауҙар күп. Быға Республикаға идара итеү белгестәре киләһе тура эфирҙар мәлендә айырым туҡталасаҡтары тураһында белдерҙе.
“Мөрәжәғәттәр төрлө. Әммә рәхмәт һүҙҙәре алыуҙың иң яҡшыһы булыуын таныйбыҙ. Социаль селтәрҙә Александр Взрывной онкология менән сирләүе, ауыртыныуҙар кисереүе, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәүе тураһында яҙғайны. Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы коллегалар оператив эшләне, Александр менән бәйләнешкә сығып, ауыртыуҙы баҫыу терапияһы алыу шарттарын аңлатты, тикшеренеү планын аныҡланы, Республика онкодиспансерында ҡабаттан онкологка күренеү мөмкинлеге булдырҙы. Александр табиптарға рәхмәт белдерҙе. Бына ошондай осраҡтар хаҡына иртәнсәк тә, кис тә, ял көндәрендә лә эшләргә ризабыҙ”, - ти Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре.
Фото: видеонан скриншот.