Инцидент
16 Декабрь 2021, 10:30

Һәммәбеҙҙе борсоған проблемаларҙы хәл итәләр

"Серегән таҡталар, тегендә-бында тишектәр, нормаль ремонттың булмауы – дөйөм алғанда, ҡурҡыныс..."

Һәммәбеҙҙе борсоған проблемаларҙы хәл итәләрҺәммәбеҙҙе борсоған проблемаларҙы хәл итәләр
Һәммәбеҙҙе борсоған проблемаларҙы хәл итәләр

Декабрь – йылға һөҙөмтәләр эшләү айы. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге “Беҙҙең илебеҙ Рәсәй” ҙур паблигы өсөн (республиканың хәл ителгән кейстары тураһындағы роликтар һаны буйынса) Рәсәйҙең төбәктәр менән идара итеү үҙәктәренең тәүге өсәүһе араһында.

“Эйе, ҡаҙаныштарыбыҙ хаҡында яҙабыҙ. Тик, әлбиттә, маҡтанмайбыҙ – коллегаларыбыҙ менән халыҡтың проблемаларын хәл итеп була, берҙәм эште федераль кимәлдә баһалайҙар.

Күптән түгел эшләнгән сюжеттарҙың береһе – Салауат районындағы Йүрүҙән йылғаһындағы элмәле күпер тураһында. Серегән таҡталар, тегендә-бында тишектәр, нормаль ремонттың булмауы – дөйөм алғанда, ҡурҡыныс. Ә көн һайын күпер аша Илтай ауылы халҡы йөрөй.  Хәүефле!

Илдар Ахунов, тыуған яғындағы күпер хаҡында  әсенеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған пост аҫтына комментарий яҙған. Был мөрәжәғәт Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә барып эләкте һәм уны беҙ Салауат районы хакимиәтенә тапшырҙыҡ.

14 сентябрҙә йәйәүлеләр күперен ремонтлауҙы башҡарыусыны эҙләү буйынса электрон аукцион планлаштырылған. Подрядсы менән килешеү 4 октябрҙә төҙөлгән, 5 ноябрҙә иһә  барлыҡ эштәр ҙә тамамланған” тиелә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото: социаль селтәрҙән.


Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас