

“Инцидент-менеджмент” система эшмәкәрлегенә Бишбүләк районы гражданынан хат килеп төшкән. “Хәйерле кис! Ҙур үтенес менән мөрәжәт итәбеҙ – тротуарға булһа ла ҡом һипһәгеҙсе. Бөтөнләй унан атлап булмай. Мәктәпкә барған был юл ысын мәғәнәһендә боҙға әйләнгән”, – тип яҙған был кеше.
Был мөрәжәғәтте тиҙ арала Бишбүләк районы хакимиәтенә ебәргәндәр. Унан түбәндәге яуапты алғандар.
Бишбүләк районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәте менән эшләү белгесе Сергей Ивановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Бишбүләк ауылы хакимиәте башлығы Александр Семеновҡа тротуарға ҡом һибеүҙе хәстәрләүҙе ҡушҡандар.
“Хәйерле көн! 10 декабрь көнө йома Бишбүләк районы Бишбүләк ауылының урамдарына гравий һибелде. Бишбүләк ауылы хакимиәте башлығы Александр Семенов ышандырыуынса, тротуарҙар бынан ары тәртиптә тотола”, – тип был хатҡа яуап яҙған Бишбүләк районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәте менән эшләү белгесе Сергей Иванов.
Фото: Бишбүләк районы хакимиәте.