Инцидент
16 Декабрь 2021, 10:20

Юғарғы быуа урамында төндә лә яҡты

 “Инцидент-менеджмент” системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша

Юғарғы быуа урамында төндә лә яҡтыЮғарғы быуа урамында төндә лә яҡты
Юғарғы быуа урамында төндә лә яҡты

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Благовещен ҡалаһынан Людмила Булышеваның мөрәжәғәтен теркәгән.

Үҙе йәшәгән урамдағы юлдың торошона һәм яҡтыртҡыстарҙың булмауына борсолоуын белдерә ул.

 “Хәйерле көн.  Юғарғы быуа урамында юл полотноһы ҡасан ремонтланыр икән, юлдар бигерәк насар. Яҡтыртҡыстар ҙа юҡ, балаларҙы мәктәпкә ебәреүе лә ҡурҡыныс”, - тип мөрәжәғәт итә ул.

Күп тә үтмәй Людмила Булышева ошондай яуап ала.

 “Хәйерле көн. Һеҙгә алдан хәбәр итеүебеҙсә, Юғарғы быуа урамындағы юлды ремонтлау эштәре 2022 йылға планлаштырылған. Яҡтыртҡыстарға килгәндә, “Водоканал” МУП-ы хеҙмәткәрҙәре электр бағаналарын урынлаштырып, яҡтыртҡыстарҙы монтажланылар. 14 декабрҙән Юғарғы быуа урамында төндә лә яҡты”, - тип яуап бирә Благовещен ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Оксана Бочкарёва.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда уңышлы эшләгән Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас