

Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшсәһе булған “Инцидент-менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.
Шундайҙарҙың береһе яңыраҡ Өфөлә теркәлде. Георгий Шишкин тигән кеше баш ҡалалағы Дан бульвары туҡталышы янындағы үткәүелдең ҡыйығы торошона ялыу иткән.
“Үткәүелдең ҡыйығы осоп китеү менән янай! Шул уҡ тирәләгә аҡыллы туҡталыштың бер яҡ быялаһы юҡ. Ниңә ҡуймайҙарҙыр, аңлашылмай...” тип яҙа ул.
Өфө ҡалаһы хакимиәте мөрәжәғәттән ситтә ҡалмай. “СУРСИС” муниципаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ер аҫты үткәүеленең ҡыйығын ремонтлап та ҡуя.
Фото: "Бәйләнештә".