Инцидент
17 Декабрь 2021, 06:45

Иглин – Кәлтә юлы төҙөкләндерелгән

"Әле, юлды реконструкциялау барғанда, алмаш юл юҡ, шуға ла беҙгә ошондай ерҙән йөрөргә тура килә..."

Иглин – Кәлтә юлы төҙөкләндерелгәнИглин – Кәлтә юлы төҙөкләндерелгән
Иглин – Кәлтә юлы төҙөкләндерелгән

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһы Иглин районынан Денис Бәҙретдиновтың юлдарға ҡағылған мөрәжәғәтен теркәгән.

Автор үҙ яҙмаһына ватылған юл һүрәтен дә беркеткән.

“Әле, юлды реконструкциялау барғанда, алмаш юл юҡ, шуға ла беҙгә ошондай ерҙән йөрөргә тура килә. Грейдер үтеп, юлдың торошон саҡ ҡына булһа ла яҡшыртһын ине”, – тигән теләк бедерә ул.

Яҙманы Башҡортостандың юл хужалығы идаралығына ебәрәләр. Унан ошондай яуап алынған була: “Һүҙ Иглин – Кәлтә юлы тураһында барһа, был юл реконструкциялана. 2019 йылда әҙерлек эштәре башланды, 2020 йылдың мартына ҡарҙан таҙартыу һәм ер эштәре башҡарылды. Төҙөлөш контракт буйынса 2021 йылда тамамланырға тейеш. Юлды асфальтлау ҙа күҙ уңында тотола”. Хат авторына артабанғы үҙгәрештәр буйынса хәбәр итеп торорға вәғәҙәләйҙәр.

Һәм бына яңыраҡ республика идаралығы 7,5 саҡрымлыҡ Иглин – Кәлтә юлын төҙөкләндереүҙе тамамлау тураһында хәбәр иткән. Һүҙҙәрен дәлилләү маҡсатында яңы юлдың фотоһүрәтен дә һалғандар.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас