

Республикаға идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәр араһында объекттарҙы һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү мәсьәләләре йыш күтәрелә.
Һорауҙар төрлө. Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһында Ленин урамынан Еңеү паркына тиклем скверҙың өлөшөн ремонтлағандар. Бынан алда Республикаға идара итеү үҙәгенә ундағы эскәмйәләр юғалыуына бәйле ялыуҙы тикшерергә тура килгән. Баҡтиһәң, халыҡ “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса скверҙы төҙөкләндереүҙәре тураһында белмәгән. Әлбиттә, биләмәнең яңырыуы яҡшы, әммә кеше менән дә аңлатыу эше алып барырға кәрәк.
Һуңынан бөтәһе лә яйға һалына. 2021 йылда урамды яҡтыртыу өсөн заманса бағаналар ҡуйылған, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлгән, 20-нән ашыу ағас ултыртылған, “Вертолет” стелаһын яҡтыртҡандар, тулыһынса кабель сымдарын алмаштырғандар, иҫке эскәмйәләрҙе лә яңыртҡандар. Был әле эштең өлөшө генә, алда ла матур үҙгәрештәр буласаҡ.
Бындай осраҡтарҙа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Нимәнән башларға һәм республика ауылдарының үҙәк урамдарын шулай яңыртырҙармы? Ошо хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәге ойошторған тура бәйләнештә Башҡортостан Республикаһы Башлығының йәмәғәт киңлеген һәм ҡала мөхитен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова һөйләне.
Республикала Башҡортостандың ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы өсөн яуаплы, бында халыҡ теләге буйынса заманса паркттар, скверҙар, йәйәүлеләр биләмәһе булдырыу менән шөғөлләнәләр. Әле үҙенсәлекле балалар һәм спорт майҙансыҡтары, ландшафт дизайны, комьюнити өсөн павильондары булған алты йәмәғәт киңлеге төҙөлгән, тағы ла унды эшләйҙәр, ә алтыһы 2022 йылда тапшырыласаҡ.
Башҡортостан “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” конкурсында еңгән проекттар буйынса алдынғы урында тора. Ике йылда 22 проект еңеп сыҡҡан. Төҙөкләндереүгә бирелгән федераль аҡса 1,5 миллиард һум тәшкил иткән. Алда иһә беҙҙең матур ауылдарыбыҙҙы үҫтереү бурысы тора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Сәләм” тапшырыуында эш көндәрендә көн дә русса – 8:40 сәғәттә, ә шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә 8:10 сәғәттә өҫтәп башҡортса ла эфирға сыға.
Фото: скриншот.