

Шишмә районының Балағуш ауылы балаларына мәктәп автобусын гел асыҡ майҙанда көтөргә тура килгән. Унда туҡталыш булмаған.
Ата-әсә был проблема тураһында социаль селтәрҙә яҙған. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге хәбәрҙе район хакимиәтенә тапшырған.
Балалар өшөргә тейеш түгел. Муниципалитетта тиҙ арала торг иғлан итеп, төҙөүсе ойошма табалар. Ауыл халҡы менән йыйылыш үткәреп, буласаҡ туҡталыш павильоны урынын Яңы һәм Йәштәр урамдары сатына билдәләйҙәр. Был объект 2021 йылдың 7 декабрендә асылды. Ышаныслы конструкцияға бер ниндәй ел дә ҡурҡыныс түгел. Хәҙер сағыу туҡталыш алыҫтан күренеп тора.
Йыл башынан Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге туҡталыштар булмау темаһы буйынса 375 инцидентты эшкәрткән.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.