Инцидент
27 Декабря 2021, 09:00

Ялдарҙың төп проблемаһы - юлдар

Ҡайһы бер участкаларҙа сикләүҙәр әле һаман ғәмәлдә. Юлды таҙартыу эше һәр район һәм ҡалала ойошторолған. 

Ялдарҙың төп проблемаһы - юлдарЯлдарҙың төп проблемаһы - юлдар
Ялдарҙың төп проблемаһы - юлдар

Был ялдарҙа һауа торошо Башҡортостан халҡын ныҡ ҡына һынаны. Күп машиналар ҡатнашҡан авариялар, ҡар тотҡонында ҡалған ғаиләләр, ябыҡ юлдар... Бер нисә ауылда электр линииялары өҙөлдө һәм 1200 кеше электрһыҙ ҡалды.

Ялдар дауамында Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге муниципалитеттар һәм юл хеҙмәттәре менән бәйләнештә булды. Сикләүҙәр тураһында, башҡа мөһим һәм файҙалы мәғлүмәтте көн дауамында республика халҡына социаль селтәрҙәр аша еткереп торҙолар.

Бөгөн иртән һауа торошо һәм уның эҙемтәләре тураһында Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” программаһында тура бәйләнеш ваҡытында Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре һөйләне.

Шулай итеп, һуңғы яңылыҡтар:

27 декабргә ҡарай төндә Стәрлетамаҡтан Ырымбур өлкәһе сигенә тиклем йөк машиналары хәрәкәте сикләнде. Быға тиклем ҙур йөк машиналарын үткәрмәгән башҡа трасса участкалары асылды.

Р-240 Өфө-Ырымбур, М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” трассаларында хәрәкәт сикләүҙәре ғәмәлдән сығарылды. Тәбиғәт әкренләп сигенә.

Юлдар, башлыса Өфөлә таҙартылған, ләкин баш ҡала һәм республика райондарында проблемалар күп әле. Һауа торошоноң насар булыуына ҡаршы көрәшкә бөтә муниципалитеттар ҙа, бар хеҙмәттәр ҙә ҡушылды.

Ваҡытлыса автобустар йөрөүе сикләнде һәм Дондағы Ростовтан, Мәскәүҙән, Яңы Уренгойҙан, Новосибирскиҙан һәм башҡа ҡалаларҙан авиарейстарҙың бер өлөшө тотҡарланды.

Синоптиктар күҙаллауҙары буйынса, буран Урал аръяғы – Сибай яғына, Күгәрсен районына күсә. Унда бөтә хеҙмәттәр ҙә тулы әҙерлек тәртибенә килтерелгән.

Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларында мөрәжәғәттәр күп булған. Кешеләрҙең күбеһе был йәкшәмбелә өйҙә ҡалырға ҡарар итеүенә ҡарамаҫтан, юлға сығыу ихтыяжы килеп тыуған осраҡтар ҙа булған. Әйтәйек, Тәтер-Арыҫлан ауылы янындағы Ҡырғыҙ-Миәкә - Стәрлетамаҡ трассаһында ҡар һырған юл участкаһына ялыу килде. Төбәк Транспорт министрлығынан коллегалар урынға ауыр грейдер ебәрҙеләр, ҡарлы участканы урап үтеү ойошторғандар. “Башкиравтодор” юл ремонт-төҙөлөш идаралығы вәкилдәре тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған.  

Халыҡтың дөйөм ялыуҙарына килгәндә. Һуңғы тәүлектә беренсе урында, көтөлгәнсә, юлдар булды. Икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре. Өсөнсө урында һаулыҡ һаҡлау темалары килә.


Фото: 123ru.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас