

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге уҙған йылға йомғаҡ яһаны. Иң төп һөҙөмтә – республика халҡының “Инцидент-менеджмент” мәғлүмәт системаһына һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ” кире бәйләнеш платформаһына ышанысы. Үҙәккә килгән мөрәжәғәттәр күпкә артҡан, йәғни 2020 йылда 53899 хәбәр килһә, быйыл 222498-гә еткән.
Йыл буйына коронавирус (117 485), юлдар (17 653), торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр (14 822), төҙөкләндереү (11 848), социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау (11 189) кеүек йүнәлештәрҙә мөрәжәғәттәр күп килгән. Йыл башында – йылылыҡ, һуңынан – яҙғы ташҡын, йәйен иһә урман янғындары көнүҙәк мәсьәләләр булып торған.
Республикаға идара итеү үҙәгенең эше ус төбөндәге кеүек – социаль селтәр төркөмдәрендә. Уның контентын стримдар һәм тура эфирҙар менән төрлөләндерелә. Йәйге янғындар ваҡытында был формат айырыуса мөһим булды. Ваҡиғалар урынынан яңылыҡтар ваҡиғаның ҡыҙыу эҙҙәре буйынса яҡтыртылып барҙы. Көҙ иһә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” иртәнге программаһында тура эфир аша күрһәтелә башланы.
Үҙәк, иң күп лайыҡ, комментарий, репост һәм ҡарау булған постарға ла анализ эшләп, иң яҡшы бишәүҙе асыҡлаған:
Автомобилде ҡышҡа нисек әҙерләргә – https://vk.com/wall-201146046_14707
Пенсионерҙар өсөн ташламалар – https://vk.com/wall-201146046_12227
Башҡортостан мәмерйәләре – https://vk.com/wall-201146046_13714
Башҡортостан ғибәҙәтханалары – https://vk.com/wall-201146046_11425
Ентекле диспансеризация– https://vk.com/wall-201146046_16748
Күреүебеҙсә, таралғандар иҫәбендә социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау темалары, шулай уҡ күңел асыу-файҙалы контент тора.
“Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге бик йәш. Был беренсе йыл һөҙөмтәһе. Әммә 12 айҙа бик күп эштәр башҡарылған! Беҙ күпкә өйрәндек. Һеҙ күпкә өйрәттегеҙ. Алда күп пландар һәм уй-фекерҙәр. Маҡсат бер, һәм беҙ унан тайпылмайбыҙ – Башҡортостан халҡы тормошоноң сифатын арттырыу. Артабан эшләйбеҙ”, – тип уртаҡлашты Республикаға идара итеү үҙәге командаһы.
Фото: Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән.
#ЦУРБашкортостана #решаемвмест