

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе урамындағы 19/ 2 һанлы йортта йәшәүселәрҙең тәүлек буйы эҫе һәм һыуыҡ һыуһыҙ ултырыуы тураһындағы хәбәр ашығыс хәл итеүҙе талап итте. Республикаға идара итеү үҙәге командаһы шунда уҡ эшкә тотондо.
Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡаланың Калинин районы хакимиәте менән бәйләнешкә инеп, ваҡиға сәбәптәрен асыҡланы.
“Энергия” идарасы компания мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үрҙә әйтелгән йорттоң бер фатирында авария хәле килеп тыуған. Һыу түбәндәге ҡаттағы фатирҙарҙы баҫа башлаған. Шуға күрә торбалағы һыуҙы ябырға тура килгән.
Авария булған фатирҙа бер кемдең йәшәмәүе асыҡланған, шуға күрә уның хужаһын табыу күп ваҡытты алған. Һөҙөмтәлә мәсьәлә хәл ителгән, йортта йәшәүселәргә һыу бирелгән.
Фото: protambov.ru
#ЦУРБашкортостан