

Халыҡ эше юҡтан йәки уйнап Республика менән идара итеү үҙәгенә бер ҡасан да мөрәжәғәт итмәй. Ул тотош йортҡа булһынмы йәки айырым ғаиләгә тиһеңме, бөтә ялыуҙар ҙа урынлы.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Софья Перовская урамындағы фатирҙарҙың береһендә яңы йыл каникулдары башланыу менән кешеләр өйөнә йылы килмәүен һиҙгән. Шуныһы, дүрт радиаторҙың өсәүһе сафтан сыҡҡан булған. Ошо проблема тураһында халыҡ “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ” платформаһына 2022 йылдың 3 ғинуарында яҙған.
Был мөрәжәғәт фаст-трек төрөнә ҡарай йәки тиҙ хәл ителә тигәнде аңлата. Ысынлап та, халыҡ йортонда өшөргә тейеш түгел. Әйткәндәй, Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәтте Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтенә ебәргән. Фатирҙарында өшөп ултырғандар янына идара итеү компанияһы хеҙмәткәре барған. Ҡыҫҡаһы, эштән сыҡҡан радиаторҙар эшләп киткән.
Фото: Республика менән идара итеү үҙәге.