+24 °С
Ямғыр


Кисә Иглин ҡасабаһында янғын сығып, 11 йәшлек бала ҡазаланған, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Бәлә Мелиораторҙар урамындағы 30-сы йортта була. Алдан күҙаллауҙарынса, бала йортта яңғыҙы булған. Янғын һүндереүселәр килеп уны уттан алып сыға. Малайҙың тәне бешеп йәрәхәтләнгән, уны Өфөләге 18 -се дауаханаға оҙатҡандар. Янғын тулыһына һүндерелгән, уның сәбәптәре асыҡлана.
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.