

“Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәрен Яңы йыл менән ҡотлайым. Йыл тыныс, мәшәҡәттәрһеҙ булһын. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙҙең подъезда ремонт эштәре башланды. Тимәк, яңы йылды ремонтланған холл менән башлайбыҙ. Мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәткән Октябрь районы хакимиәтенә лә ҙур рәхмәт”, - тип мөрәжәғәт иткән ошо көндәрҙә Ирина Цветкова.
Өфө ҡыҙы Иринаның был мөрәжәғәте Яңы йыл алдынан Республикаға идара итеү үҙәге системаһына эләккән. “Йәшермәйбеҙ, күңелле. Республика халҡының эшебеҙҙе юғары баһалауы беҙҙең өсөн бик мөһим. Тимәк, ул кәрәк.
Ирина Цветкованан сигналды 2021 йылдың 8 декабрендә алдыҡ. Маршал Жуков урамындағы 11/2-се йортта йәшәгән гражданка етенсе ҡатта холдың насар торошта булыуы хаҡында яҙған – икенсе йыл рәттән иҙәндең плиткаһы емерелә.
“Тиҙҙән фатирға үтеү мөмкинлеге ҡалмаясаҡ. Ноябрҙә фатирҙарҙың береһендә йәшәүселәрҙең ғәйебе менән янғын сыҡты. Уны һүндерҙеләр, ә эҙемтәләр ҡалды: ҡоромло түшәмдәр, һаҫыҡ еҫ. “Эверест” идара итеү компанияһына мөрәжәғәт итеү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне ”, - тип яҙҙы ул.
Беҙ Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендәге хеҙмәттәштәребеҙ менән бәйләнешкә индек. Мәсьәлә урынынан ҡуҙғалды: идара итеүсе компания материалдар һатып алып, ремонт эштәренә тотондо. Әлегә эштәр дауам итә. Тиҙҙән өйҙә йәшәүселәр һөҙөмтәне күрер. Һәм беҙ, Республикаға идара итеү үҙәге коллективы, улар менән бергә ҡыуанасаҡбыҙ”, – тип әйтелә поста.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.