Инцидент
16 Ғинуар 2022, 16:00

Сипайлово биҫтәһенән автобус иртә ҡуҙғаласаҡ

Сипайлово халҡы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән

Сипайлово биҫтәһенән автобус иртә ҡуҙғаласаҡСипайлово биҫтәһенән автобус иртә ҡуҙғаласаҡ
Сипайлово биҫтәһенән автобус иртә ҡуҙғаласаҡ

Өфөлә Сипайлованан Телеүҙәккә табан иртәрәк ултырып китергә мөмкин: 07:00, 07:20, 07:40 сәғәттәрҙә. “ОК“Сипайловский” –– Телеүҙәк” маршруты буйынса йөрөгән 75э автобусының расписаниеһы халыҡ һорауы буйынса үҙгәртелгән, был йүнәлештә ике автобус йөрөй.

Ниңә улай? Сипайлово халҡы Радий Хәбировҡа социаль селтәр аша расписаниены 7:10 һәм 7:20 сәғәткә күсереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән, сәғәт 8:00 сәғәткә уҡыуға һәм эшкә өлгөрөр өсөн. Иртәнсәк пассажирҙар күп.

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге төбәк Транспорт министрлығы (Минтранса региона) менән берлектә был мәсьәләне хәл итте. 18 ғинуарҙан ошо мартшрут буйынса хәрәкәт иткән автобус Сипайлово туҡталышынан Телеүҙәккәә иртә менән ҡуҙғаласаҡ, халыҡҡа шулай уңайлы.

Иҫкәрмә: Өфө ҡалаһы буйынса автобустар хәрәкәтен  ғәмәлдәге ваҡыт буйынса “Аҡыллы транспорт” ҡушымтаһы аша күҙәтергә мөмкин.

Бөтәгеҙгә уңыштар һәм яҡшы юлдар!  

#ЦУРБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас