Инцидент
17 Ғинуар 2022, 15:20

Оператив кәңәшмә республика һулышын сағылдыра

Ҡош ите, сыр, иген культуралары, йәшелсә, он етештереү күләмен арттырырға кәрәк.

Оператив кәңәшмә республика һулышын сағылдыраОператив кәңәшмә республика һулышын сағылдыра
Оператив кәңәшмә республика һулышын сағылдыра

Башҡортостанда коронавирустың "омикрон" штамын йоҡтороуҙың һигеҙ осрағы асыҡланған. Әлеге хәлгә бәйле, республикала санитар һәм эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тотоу көсәйә. Спорт һәм мәҙәни сараларҙы үткәреү ваҡыты күсерелә, урындағы үҙидара органдары эш кәңәшмәләрен, халыҡты ҡабул итеү һәм башҡа эшлекле сараларҙы онлайн форматта үткәрәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Республикаға идара итеү үҙәге командаһы Хөкүмәттә үткән кәңәшмәләрҙе иғтибар менән ҡарай. Сарала республика халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында ентекле һөйләшеү була. Был беҙгә нимә бирә? Халыҡтың мөрәжәғәттәре менән туранан-тура эшләгән орган булараҡ уртаҡ эшебеҙҙә ярҙам итә.

Бөгөн кәңәшмәлә нимә тураһында һүҙ барҙы:

  • Башҡортостанда 2030 йылға тиклем федераль бюджет иҫәбенә 100-ҙән ашыу кеше йәшәгән барлыҡ тораҡ пункттарҙа ла кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет буласаҡ.
  • Быйыл республиканың мәғариф һәм фән, һанлы үҫеш министрлыҡтары берлектә мәктәптәрҙең һанлы инфраструктураһын үҫтереү буйынса эш алып барасаҡ. Был маҡсатта 2022-2023 йылдарҙа 1 миллиард 410 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
  • Республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте бөгөн урындағы етештереүселәрҙең әүҙемлеген үҫтерә, уларҙың етештереүсәнлеген арттырыу буйынса эшләй. Республикала халыҡты һөт һәм һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү 125 %, һыйыр ите 120 %, сусҡа ите 106 %, йомортҡа 105 % еткән. Шәкәр менән тәьмин итеү дүрт тапҡыр, үҫемлек майы ете тапҡыр артҡан, картуф 112 % һәм ҡыяр 106 % тәшкил итә.
  • Әммә ауыл хужалығы үҫешенең "үҫеш нөктәләре": ҡош ите (72,3 %), он (61,9 %), сыр (59,4 %), йәшелсә (30,8 %) һәм иген культуралары (28,5 %) етештереү күләмен арттырырға кәрәк.

Оператив кәңәшмә яҙмаһын түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин  https://www.youtube.com/watch?v=8WvcE6KCV6U

Фото: Республика менән идара итеү үҙәге сайтынан алынды.

 

#ЦУРБашкортостан #решаем_вместе

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас