

2020 йылдың 21 апрелендә Саҡмағош ауылы халҡы социаль селтәрҙәрҙә крандарҙан бысраҡ һыу ағыуына зарланған. "Пионерҙар урамында йә балсыҡлы, йә тутлы һыу аға", — тип яҙғандар проблема тураһында.
Республикаға идара итеү үҙәге шунда уҡ Саҡмағош районы хакимиәте менән бәйләнешкә инеп, хәлде асыҡлай башлай. Баҡтиһәң, һыу ғәҙәти ремонттан һуң бысранған. Сәбәбе - иҫке тутыҡҡан торбалар. Бындай мәсьәләне бер көндә хәл итеп булмай: һыу үткәргесте, тимер торбаларҙы замансаға алмаштырырға кәрәк була.
Район хакимиәте системаны төҙөкләндереүҙе планлаштырған булған, бының өсөн муниципалитет "Таҙа һыу" Федераль маҡсатлы программаһында теркәлгән. Федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға һыу үткәргес һәм канализация торбаларын алмаштырырға, станцияны йүнәтергә һәм — иң мөһиме — Ер аҫты һыуҙарын таҙартыу һәм йомшартыу системаһын ҡуйырға кәрәк булған.
2022 йылдың башына бөтә эштәр тамамланған, хәҙер Саҡмағош халҡы торбаларынан таҙа һәм сифатлы һыу аға.
Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт — беҙҙең видеояҙмала ????
#ЦУРБашкортостана #решаемвместе