

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһы Өфө ҡалаһы Октябрь районынан Ольга Кузнецованың мөрәжәғәтен теркәгән. “Беҙҙең йортта, – ул Йәштәр бульвары, 3-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан, – 1983 йылдан бирле подъезд ремонтланғаны юҡ, – тип яҙа ханым. – Ай һайын фатир хаҡын да, капиталь ремонтҡа ла түләйбеҙ, аҡса ҡайҙа китә һуң ул? Октябрь районының идарасы компанияһына ла бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттек, фәтүә юҡ”.
Республикаға идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте контролгә ала. Баш ҡаланың телгә алынған районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был йорттоң дөйөм ҡулланышта булған урындарында стеналарға косметик ремонт эшләнгән, баҫҡыс майҙансыҡтары ла тәртипкә килтерелгән.
Салауат ҡалаһынан Александр Рябовтың мөрәжәғәте лә яуапһыҙ ҡалмаған. Ул ҡаланың Бекетов урамында ут янмағанына борсолоу белдерә. Ҡала хакимиәте урамда электр уты биреү тергеҙелеүен дәлилләп фото һалған.
Фотолар: социаль селтәрҙән.