

Салауат ҡалаһының Бекетов урамындағы яҡтыртҡыстар менән бәйле проблеманы хәл итергә бер көн еткән.
-Салауат ҡалаһында йәшәүсе Александр Рябовтың урамдағы фонарҙарҙың янмауы тураһындағы мөрәжәғәте 16 ғинуарҙа Республика менән идара итеү үҙәге системаһына эләгә. Беҙ ҡала хакимиәте менән тиҙ арала бәйләнешкә инеп, мәсьәләне күтәрҙек.
-Проблема УЗО (һаҡланыу һүндергесе ҡорамалы) автоматында булып сыҡты. Икенсе көнөнә үк яҡтыртҡыстар тергеҙелде. Хәҙер бында йәшәүселәр төндә лә ҡурҡмай йорттарына ҡайта аласаҡ.
-Республиканың ҡала һәм райондарын төҙөкләндереү – Башҡортостанда йәшәүселәрҙән килгән иң күп һорауҙарҙың береһе, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә халыҡты ныҡ борсой. 1 ғинуарҙан алып Республика менән идара итеү үҙәге системаһы ошо турала 44 мөрәжәғәт теркәгән. 2021 йылда ошо турала халыҡтан 828 хәбәр килгән.
Республика менән идара итеү үҙәге командаһы барыһына ла яҡшы ялдар теләй һәм артабан эшен дауам итә.
#ЦУРБашкортостан #решаемвместе