Инцидент
23 Ғинуар 2022, 12:00

Сәхифәгеҙ рәсми рәүештә тикшерелгәнме?

Район хакимиәттәре, министрлыҡтар, идаралыҡтарҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре ысын булырға тейеш.

Сәхифәгеҙ рәсми рәүештә тикшерелгәнме?Сәхифәгеҙ рәсми рәүештә тикшерелгәнме?
Сәхифәгеҙ рәсми рәүештә тикшерелгәнме?

Республикаға идара итеү үҙәге башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының тағы 9 ойошмаһына социаль селтәрҙәрҙә сәхифәһен булдырырға ярҙам итте.

Был — Әлшәй, Ҡариҙел һәм Илеш райондары хакимиәттәре, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте, Спорт, Ер һәм милек мөнәсәбәттәре, Йәштәр сәйәсәте министрлыҡтары һәм Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.

Дөйөм алғанда Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан 102 республиканың министрлыҡ, ведомство һәм идаралыҡтың 93 сәхифәһе раҫланған.

Был тикшереү ниәмәгә кәрәк? Был сәхифәнең йәки ойошманың рәсми булыуына һәм улар артында мутлашыусылар булмауына гарантия булып тора. Эҙләү башлағанда иң тәүге юлда килеп сыға.

Әгәр район хакимиәттәре һәм башҡа ойошмалар сәхифәләрен раҫлауҙы теләһә, “Бәйләнештә” селтәрендә "Идара итеү" бүлегенә мөрәжәғәт итергә була.

Шәхси биттәрҙе тикшереү өсөн паспорт һандары һәм хужаһының фотоһүрәтен сканерлау талап ителә, ойошмалар өсөн — юридик шәхестең йәки индивидуаль эшҡыуарҙың теркәлеү таныҡлығы кәрәк.

Социаль селтәр хакимиәте ғаризаны 30 тәүлеккә тиклем ҡарай. Мөрәжәғәт хупланғас, профиль телефон номерын һәм электрон почтаһын раҫларға кәрәк. Ғариза кире ҡағылған осраҡта яңыһын ҡабаттан тапшырырға мөмкин.

 

фото: Республикаға иадара итеү үҙәге сайтынан алынды.

#ЦУРБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас