Инцидент
23 Ғинуар 2022, 13:30

Сибай егете – үҙ эшенең оҫтаһы

Илнур Шәйхисламов халыҡ-ара ярышта еңеү яулаған. 

Сибай егете – үҙ эшенең оҫтаһыСибай егете – үҙ эшенең оҫтаһы
Сибай егете – үҙ эшенең оҫтаһы

ЕвроСкиллс-2021 халыҡ-ара ярышында Рәсәй йыйылма командаһы составында яҡташыбыҙ Илнур Шәйхисламов "Таш эшкәртеү архитектураһы" йүнәлешендә һөнәри оҫталыҡ өсөн 4-се урын һәм миҙал яулаған.

Илнур Шәйхисламов Сибай ҡалаһының күп профилле колледжында "автомеханик" һөнәре буйынса белем ала.

Европа чемпионаты йомғаҡтары буйынса Рәсәй йыйылма командаһы халыҡ-ара ярыштарҙа үҙенең лидерлығын раҫлап, 1-се урынды яулаған.

Илнур Шәйхисламов — таштарҙы эшкәртеү оҫтаһы, үҙенең эшеңде яратырға кәрәк тип һанай ул.

Ғорурланырға урын бар!

 

фото: fishki.net

 

#ЦУРБашкортостан #Поводгордиться

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас