

Өфөнөң Киров районындағы Менделеев урамында, 9/1 һәм Достоевский урамы, 110/1 адресы буйынса урынлашҡан ике йорт ял көндәренә һыуһыҙ ҡалған.
Менделеев урамындағы фатирҙарға бөгөн киске 19.00 сәғәттә һыуыҡ һәм эҫе һыу бирелгән.
Достоевский урамындағы 110/1-се йортта йәшәүселәр ике көн эҫе һыуһыҙ интеккән.
2022 йылдың 22 ғинуарында Республикаға идара итеү үҙәгенә ошо йорттарҙа йәшәгәндәр мөрәжәғәт итә. Шунда уҡ проблема хаҡында идара итеүсе компанияға хәбәр итәләр. "Интегралэнерго" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылылыҡ энергияһын иҫәпләү ҡорамалдарын хеҙмәтләндерә. Улар тиҙ арала системаны ҡарап сыға һәм йылылыҡ алмаштырғыстың тығылыуын асыҡлай. Бөгөн, 2022 йылдың 23 ғинуарында, төштән һуң уны йыуҙыра башлағандар. Бөтә эштәр тамамланғас, эҫе һыу температураһы нормаға киләсәк. Әлеге мәлдә был йортта һыу менән тәьмин итеү яйға һалынған.
Тормош булғас, барыһы ла була, бындай көндәлек мәшәҡәттәр ҙә осрай. Иң мөһиме, халыҡ проблемаһы менән яңғыҙ ҡалмай, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белә һәм тиҙ арала ярҙамға өмөт итә ала.