Инцидент
24 Ғинуар 2022, 14:30

Иҙрис ауылындағы өйгә газ килде

Өй һыуыҡ, ә унда бәләкәй өс бала өшөп ултыра...

Иҙрис ауылындағы өйгә газ килдеИҙрис ауылындағы өйгә газ килде
Иҙрис ауылындағы өйгә газ килде

Ҡыйғы районынан бер хужабикәнең, был йәһәттән документтар хәстәрләһә лә, йортона "зәңгәр яғыулыҡ" үткәрмәгәндәр. Ошо мөрәжәғәт Башҡортостан  Республика менән идара итеү үҙәгенә барып еткән.

Ысынлап та, Ҡыйғы районының Иҙрис ауылында күп балалы ғаилә ғүмер кисерә. Йәш ҡатын өйгә газ үткәреү тураһында сертификат алғас та, тейешле урынға газ үткәрһендәр өсөн заявка ҡалдырған. Алтын көҙ етеүгә ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәр был эшкә тотонмаған. Ни тиһәң дә, өй һыуыҡ, ә унда бәләкәй өс бала өшөп ултыра. Әйткәндәй, Иҙрис ауылы ҡатыны заявканы былтыр 22 сентябрҙә үк биргән.

Ҡыйғы районы хакимиәтенән әйтеүҙәренсә, былтыр 27 сентябрҙә газ хеҙмәте эшселәре эште башлаған. Йорттарҙы газға тоташтырыу – оҙайлы мәшәҡәттәрҙең береһе. Ҡыҫҡаһы, улар эште планға ярашлы 31 декабрҙә тамамларға тейеш булған, үҙ сиратында, 29 декабрҙә өйҙө газға тоташтырғандар.

Фото: Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәге.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас