

Сүп-сар харап күп йыйыла. Күҙ алдына килтерегеҙ: Яңы йыл каникулы осоронда ғына ла төбәк операторҙары республика буйынса 51 мең тонна самаһы ҡалдыҡ сығарған. Етмәһә, күпләп яуған ҡар сүп контейнерҙары янына килеүҙе ауырлаштыра.
Өфөнөң Ленин районындағы Комлев урамында сүп контейнерҙары сүп йыйыу майҙансығынан ситтә торған, сөнки ҡар өйөмдәре аша майҙансыҡҡа яҡын барып булмай. Бер аҙҙан контейнерҙарҙы машиналар йөрөгән юлға ла ултыртырға мәжбүр булғандар.
Урындағы халыҡ Республикаға идара итеү үҙәгенә ялыу менән мөрәжәғәт иткәс, майҙансыҡ ҡарҙан таҙартылған, контейнерҙар урынына ҡайтарылған.
Фото: vk.com/tsur_bashkortostan.