Инцидент
26 Ғинуар 2022, 14:30

Ҡар таҙартылмай...

Наталья Әминеваның хатына Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин яуап биргән.

Ҡар таҙартылмай...Ҡар таҙартылмай...
Ҡар таҙартылмай...

Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө булған “Инцидент-менеджмент” системаһына мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә.

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында йәшәгән Наталья Әминеваны тротуарҙарҙың ҡаралмауы борсой. ”Калинин урамын таҙарттылар ҙа, Тыныслыҡ урамын ҡарға күмделәр (Ҡулса урамынан Калинин урамына тиклем). Фотолар үткән аҙнала эшләнде, әлегәсә унда тракторҙың күренгәне юҡ. Йөрөүе мөмкин түгел! Ә ниндәй киң урам ине. Мәсьәләне хәл итеүегеҙҙе һорайбыҙ”, – тип яҙа ул.

Наталья Әминеваның хатына Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин яуап биргән. “26 ғинуарға Тыныслыҡ урамы буйлап тротуарҙар (Ҡулса урамынан Калинин урамына тиклем) таҙартылды. Бындай хәлдәр килеп тыуғанда, Орджоникидзе районының төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһының диспетчер хеҙмәтенә 215-36-11 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ”, – тигән район хакимиәте башлығы.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

Ҡар таҙартылмай...
Ҡар таҙартылмай...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас