

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Күмертау ҡалаһынан Даниил Бондарчуктың мөрәжәғәтен теркәгән.
“Энергетиктар, Машина эшләүселәр, Совет урамдарында, ҡаланан сыҡҡан ике юл да, ҡарлы ғына түгел, боҙло колеялы. Кисә саҡ юлдан ситкә сығып османым. Ермолаев ауылы яғынан килдек, машинала ҡатыным һәм бәләкәй балам ултыра ине. Боҙло колея сәбәпле автомобилебеҙ саҡ юлдан сығып түңкәрелмәне. Был участка беҙҙеке түгел, Ермолаевҡа ҡарай, тип әйтә алаһығыҙ, әлбиттә. Тик бында бит һүҙ хәүефһеҙлек тураһында бара һәм күршеләр менән бергә эшләргә лә мөмкин. Ошо юлдан үҙегеҙ еңел машинала йөрөп ҡарағыҙ әле”, – тип яҙа ир.
Күмертау ҡалаһы хакимиәте был мөрәжәғәткә шунда уҡ яуап бирә. "Һеҙҙең хәбәрҙе подрядсы ойошмаға йүнәлттек. Юл хеҙмәттәре шунда уҡ эшкә тотондо һәм 16.00 сәғәткә ҡарата Көнсығыш биҫтәһе яғын грейдер менән таҙарта башланылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙы таҙартыу мәсьәләләре буйынса Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең Ҡала хужалығы бүлегенә 73476143696 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ”, – тип яуап бирәләр.
Даниил Бондарчук ҡәнәғәт ҡалған һәм социаль селтәрҙәрҙә “Тиҙлегегеҙ өсөн рәхмәт. Эйе, матур итеп таҙартҡандар, афарин” тигән яҙма ҡуйған.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда уңышлы эшләгән Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".