

Уҙған йылдың октябрь айы аҙағында социаль селтәрҙә Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылынан Динә Сирғәлина: “Тышта көҙ, ямғырҙар яуа, ә беҙҙә икенсе ай инде йорт ҡыйығын ремонтлау дауам итә”, - тигән мөрәжәғәт ҡалдырғайны.
Был яҙма “Инцидент-менеджмент” системаһы тарафынан иғтибар үҙәгенә алынып, яуаплы органдарға ебәрелде. Артабан Әбйәлил районы хакимиәте һәм “БР Төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған ойошма фонды башҡарылған эштәрҙең барышы, өҙөклөктөң ни сәбәпле килеп сығыуы тураһында социаль селтәрҙә яуап биреп барҙы. Һәм, ниһайәт, әлеге йорттоң ҡыйығын ремонтлауға ҡағылышлы һуңғы яуап бирелде.
“Красная Башкирия ауылының Ленин урамындағы 6-сы йортта ҡыйыҡты ремонтлау эштәре тамамланды, барлыҡ иҫкәрмәләр иҫәпкә алынды. Һорауҙар тыуһа, 216-32-49 телефоны буйынса Көньяҡ зонаның капиталь ремонт бүлегенә шылтырата алаһығыҙ. Эш ваҡыты – 8.30–17.30, төшкө ял 13.00-14.00 сәғәттәрҙә, йомала эш көнө 17.00 сәғәткә тиклем”, - тип әйтелә “БР Төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған ойошма фонды тарафынан бирелгән яуапта.
Фото: “Инцидент-менеджмент” системаһы.