

“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай.
Был юлы Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан үҙҙәрен борсоған проблема хаҡында яҙып ебәргәндәр. “Фатирҙарҙа һыуыҡ. Торбалар саҡ ҡына йылы. Ниңә улай? Нимә өсөн түләйбеҙ?”.
Был мөрәжәғәткә түбәндәге яуап килгән: “Дыуанводоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Дыуан районы Мәсәғүт ауылының Октябрь урамында урынлашҡан 7-се йортта ярыҡтарҙы яманы. Унда йәшәүселәр үҙҙәре лә стеналарҙы йылытты. 26 ғинуарға ҡарата ялыуҙар юҡ”.
Фото: na-zemle-salavata.com