Инцидент
26 Ғинуар 2022, 12:40

Сей тефтели кемгә оҡшаһын?..

Аҙыҡ-түлек әҙерләү блогын тиҙ генә яңыртырға кәрәк ине. Был турала ауыл халҡы социаль селтәрҙәрҙә яҙған.

Сей тефтели кемгә оҡшаһын?..Сей тефтели кемгә оҡшаһын?..
Сей тефтели кемгә оҡшаһын?..

Дүртөйлө районының Исмаил ауылындағы мәктәп ашнаҡсылары төшкө ашҡа томат соусында һыйыр итенән тефтели һәм бәрәңге иҙмәһе бешергән. Барыһын да СанПиН буйынса, күңелдәрен һалып әҙерләгәндәр. Ризыҡ балаларға оҡшарға тейеш булған.

Тик бына оҡшамаған. Бөтәһе лә яратҡан тефтели был юлы сей булып сыҡҡан. 2021 йылдың сентябрендә генә ремонтлауҙарына ҡарамаҫтан, иҫке ҡыҙҙырыу шкафы үҙ бурысын үтәй алмаған. Аҙыҡ-түлек әҙерләү блогын тиҙ генә яңыртырға кәрәк ине. Был турала ауыл халҡы социаль селтәрҙәрҙә яҙған.

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге Дүртөйлө районы менән бәйләнешкә ингән. Мәктәпкә комиссия барған. Ысынлап та, ҡорамалдың йүнләп эшләмәүе арҡаһында аҙыҡ бешеп бөтмәгән. Яңы ҡыҙҙырыу шкафын һатып алғансы, менюны әҙерәк үҙгәрткәндәр, ҡайнар аштан бер кем дә баш тартмаған. Ә Яңы йыл ялдарынан һуң ашнаҡсылар балаларға аҙыҡты яңы плитәлә әҙерләй башлаған. Шул иҫәптән тефтелиҙарҙы ла.

2021 йылда үҙәккә мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу темаһы буйынса 541 мөрәжәғәт килгән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас