Инцидент
26 Ғинуар 2022, 13:30

"Ғәйеплеләр ҡыйыҡты үҙ иҫәбенә ремонтларға тейеш”

- Хәҙер ҡыйыҡтағы ярыҡтар аша сарҙаҡҡа ҡар төшә һәм, иреп, фатирҙар түшәменән һыу тамсылай. Идарасы компания проблеманы хәл итергә уйламай ҙа...

"Ғәйеплеләр ҡыйыҡты үҙ иҫәбенә ремонтларға тейеш”"Ғәйеплеләр ҡыйыҡты үҙ иҫәбенә ремонтларға тейеш”
"Ғәйеплеләр ҡыйыҡты үҙ иҫәбенә ремонтларға тейеш”

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Салауат ҡалаһынан Анна Казанцеваның мөрәжәғәтен теркәгән. Үҙе йәшәгән йорт ҡыйығының торошона борсолоуын белдерә ул.

 “Хәйерле көн. Идарасы компания Нефтселәр проспектының 4-се һанлы күп ҡатлы йорттоң ҡыйығын таҙартҡан ваҡытта шиферға зыян килтерҙе. Хәҙер ҡыйыҡтағы ярыҡтар аша сарҙаҡҡа ҡар төшә һәм, иреп, фатирҙар түшәменән һыу тамсылай. Идарасы компания проблеманы хәл итергә уйламай ҙа. Сара күреүегеҙҙе һорайбыҙ. Ғәйеплеләр үҙ иҫәбенә ҡыйыҡты ремонтларға тейеш”, - тип мөрәжәғәт итә ул.

Күп тә үтмәй Анна Казанцевава ошондай яуап ала.

“Хәйерле көн. “Жилкомзаказчик” йәмғиәтенең баш инженеры Роман Зөбәйеров хәбәр итеүенсә, 16 ғинуарҙа һеҙ йәшәгән йорттоң ҡыйығы ҡарҙан таҙартылған, ә 19 ғинуарҙа ярыҡтарҙы һылап, ҡыйыҡты ремонтлағандар. Фотоларын һеҙгә ебәрәбеҙ”, - тип яуап бирә Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда уңышлы эшләгән Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас