Инцидент
27 Ғинуар 2022, 15:45

Балаларҙы хәүефтән ваҡытында араланылар

Берәйһе ярыҡ ҡапҡаслы канализация соҡорона төшөп китһә, ни булырын уйлауы ла ҡурҡыныс...

Балаларҙы хәүефтән ваҡытында араланыларБалаларҙы хәүефтән ваҡытында араланылар
Балаларҙы хәүефтән ваҡытында араланылар

2021 йылда Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына канализация ҡапҡастарының асыҡ булыуы тураһында кешеләрҙән 140 ялыу килгән, һәр етешһеҙлек бөтөрөлгән.

Мәҫәлән, Салауат ҡалаһының Салауат Юлаев бульварындағы аллеяла канализация ҡапҡасы тишелгәнен Ольга Шилкина ваҡытында күреп ҡалып, тейешле урынға еткергән. Нәҡ уның янынан балалар мәктәпкә бара, төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Мәктәп эргәлә генә. Берәйһе ярыҡ ҡапҡаслы канализация соҡорона төшөп китһә, ни булырын уйлауы ла ҡурҡыныс.

Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре Ольга Шилкинаның үтенесен Салауат ҡалаһы хакимиәтенә ебәргән, үҙ сиратында улар проблеманы тиҙ арала яйға һалған.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас