Инцидент
27 Ғинуар 2022, 11:00

"Үҙәккә үтте инде..."

Благовещен ҡалаһында ла тәртип юҡ икән.

"Үҙәккә үтте инде...""Үҙәккә үтте инде..."
"Үҙәккә үтте инде..."

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә халыҡтан ялыуҙар килеүен дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә сираттағы яҙмаһы менән уртаҡлашыуы булған, шунда уҡ комментарийҙар яуа ла башлаған. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында йәшәүсе бер кеше инде нисә тәүлек буйы тротуарҙың таҙартылмауына зарланған. Уның үтенесе Республикаға идара итеү үҙәге белгестәренең күҙенә эләгеү салыныу менән, бында тәртип урынлаштырылған.

Әйткәндәй, граждандарҙың мөрәжәғәте менән эшләү тәртибе тураһында иртәнге “Сәләм” тапшырыуында ла һөйләнеләр.

Благовещен ҡалаһында ла тәртип юҡ икән. Ошо ҡаланың Комаров урамы, 17/1 адресы буйынса ғүмер итеүсе берәүҙең электрҙың булмауы һәм эҫе һыуҙың юҡлығы үҙәгенә үткән. Ул да тейешле урынға шылтыратҡас, етешһеҙлек тиҙ арала бөтөрөлгән.

Ҡыҫҡаһы, үткән тәүлектә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы проблемалары тәүге урынға сыҡҡан, юл темаһы – икенсе баҫҡыста. Артабан һаулыҡ һаулыҡ өлкәһе килә, коронавирус – дүртенсе урында.

Фото: penzavzglyad.ru.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас