Инцидент
3 Февраль 2022, 12:00

"Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн булдырылғанбыҙ"

3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ташламалар - халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған һорау. Кешеләрҙе тағы ниндәй мәсьәләләр борсой? 

"Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн булдырылғанбыҙ""Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн булдырылғанбыҙ"
"Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн булдырылғанбыҙ"

Һуңғы аҙнала Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары социаль яҡлау темаһына 288 мөрәжәғәт алған. Халыҡты балалар өсөн түләүҙәр, пособиелар, компенсациялар алыу мәсьәләләре борсой.

"Шәхси һорауҙар ҡабул ителһә, беҙ уларҙы кисекмәҫтән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына һәм башҡа тейешле ведомстволарға тапшырабыҙ. Бер көндә генә хәл итеп булмаған мәсьәләләр осрай. Ул саҡта системалы ҡарарҙар эҙләйбеҙ. Мәҫәлән, балалар пособиеһы буйынса йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар менән https://t.me/posobie3_7_02_bot һылтанмаһы буйынса инеп танышырға мөмкин.

Бөгөн Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәтте һаҡлау департаменты директоры урынбаҫары Андрей Воротилкин Республикаға идара итеү үҙәгендә ҡунаҡта булды һәм үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Ҡунаҡты өс блок — иҡтисади аналитика, мәғлүмәт һәм социаль коммуникациялар эше менән таныштырҙыҡ. Бөтә социаль селтәрҙәрҙәге комментарийҙар менән эшләүебеҙҙе һөйләнек.

Һорауҙар күп булды. Хеҙмәт министрлығына ҡағылышлы ниндәй ярҙам саралары тураһында йышыраҡ һорайҙар, тип ҡыҙыҡһынды Андрей Воротилкин. Әлбиттә, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ташламалар - халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған һорау. Белгестәребеҙҙең ниндәй белемгә эйә булыуын да һораны ҡунағыбыҙ. Беҙҙә барыһы ла юғары белемгә эйә, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәребеҙ студент, шуға ҡарамаҫтан барыһына ла өлгөрөргә тырышалар. Һанлы технологиялар ҡулланабыҙмы? Беҙ әүҙем ҡулланабыҙ. Республиканың һәр ведомствоһының тиерлек үҙ мәғлүмәт системаһы бар. 

Андрей Воротилкиндан эшебеҙгә юғары баһа ишетеү бик ҡыуаныслы булды. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Республикаға идара итеү үҙәге башҡа төбәктәрҙәге ошондай структуралар менән сағыштырғанда, иң заманса һәм йыһазландырылғандарҙың береһе", тип яҙҙы социаль селтәрҙә Республикаға идара итеү үҙәге.

Фото һәм сығанаҡ: Республикаға идара итеү сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас