

Һаулыҡ һаҡлау – 195, юлдар – 135 һәм төҙөкләндереү – 77 мөрәжәғәт. Һуңғы тәүлектә Башҡортостан халҡын тап ошо һорауҙар борсоған. Коронавирус темаһы дүртенсе урында тора – 66 хәбәр теркәлгән, бишенсе урында торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре – 64.
Республикаға идара итеү үҙәге статистикаһы бөгөнгә тап ошо һандарҙы күрһәтә.
"Халыҡты нимә борсой? Был хаҡта беҙ Республикаға идара итеү үҙәгенән БСТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура бәйләнеш мәлендә һөйләнек.
Февраль ғәҙәттә ҡарлы була. Шулай булғас, ҡарҙы таҙартыу хаҡындағы мөрәжәғәттәрҙең артыуына әҙерләнергә кәрәк. Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында республика халҡынан ошо темаға 1290 хәбәр ҡабул иткәнбеҙ, әле - 326 мөрәжәғәт теркәлде. Әлбиттә, һауа торошоноң үҙгәреүе лә мөрәжәғәттәрҙең артыуына тәьҫир итә.
Мөрәжәғәттәрҙең һөҙөмтәлелеген күрәбеҙ. Мәҫәлән, беҙгә яҙғандан һуң, Благовещен районы Ежовка ауылын трасса менән тоташтырған юлды таҙарталар. Уның яҡынса ике километрын ҡар баҫҡан була. Әле юл таҙартылған.
Һуңғы эфирҙарҙың береһендә беҙ Сибайҙағы һары ҡар тураһында һөйләгәйнек. Ҡала халҡынан был мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүҙе һораған мөрәжәғәттәр күп булды. Асыҡланыуынса, эш "Уралпромтехсервис" заводының фильтр ҡоролмаларында булған икән. Бөгөнгә хәлдәр түбәндәгесә: заводтың фильтр ҡоролмалары таҙартылды. Өҫтәмә яңы ҡоролма ҡуйылды. 2022 йылдың 1 февраленән лигносульфонат киптереү линияһы эшләй башланы. Республиканың дәүләт аналитика тикшереү идаралығы, Роспотребнадзор һәм «Экомониторинг» үҙаллы лабораторияһы өҫтәмә тестар алды. Яңы ҡоролманың сифаты 98-100% булыуын күрһәтте. Яҡын арала бында өҫтәмә тикшереү үтәсәк. Сибайҙа һары ҡар бынан ары булмаҫ, тип ышанабыҙ.
Һәр яңы көн яңы мәсьәләләр ҡуя. Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәт системалары уларҙы асыҡларға һәм ваҡытында иғтибар итергә ярҙамға килә", - тип хәбәр иттеләр үҙәк хеҙмәткәрҙәре.
фото һәм сығанаҡ: Республикаға идара итеү үҙәге сайтынан алынды.