

"Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә. Шуға ла улар автодилерҙарҙың намыҫһыҙ хужаларына ҡаршы көрәш алып бара. Автомобиль һатып алырға йыйынғандарҙы алдау һуңғы ваҡытта йыш осрай.
Шуға Башҡортостан буйынса "Роспотребнадзор" департаментындағы ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлегенең баш белгес-эксперты Әлмира Иҙрисова автомобиль эҙләгән кеше булып Өфө салондарының береһенә бара.
Автомобиль һатып алғанда нисек алданмаҫҡа һуң?
- һатыу-һатып алыу килешеүе шарттарын, тауарҙарҙың хаҡы һәм өҫтәмә хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәтте ентекле өйрәнеү;
- автомобиль төп ихтыяж түгел, хәҙер ҡиммәтлеһен һатып алырға кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында уйлағыҙ һәм, салон шик тыуҙырған осраҡта, уны алыуҙы кисектереп тороғоҙ;
- документтарҙы теркәгән ваҡытта, законға ярашлы, ҡабул итеү һәм тапшырыу актына ҡул ҡуйғанға тиклем берәй нәмә менән ҡәнәғәт булмаһағыҙ, һәр ваҡыт машинанан баш тартырға мөмкин;
- транзакцияларға яңғыҙ йөрөмәгеҙ, ике-өс кеше барһағыҙ, яҡшыраҡ. Фото һәм видео төшөрөү хоҡуғына эйә булыуығыҙҙы онотмағыҙ, киләсәктә был һеҙҙең дәлилегеҙ булыуы ихтимал;
- хоҡуҡ боҙоу осрағында — һатыусыға дәғүә белдереп яҙма рәүештә һәм судҡа мөрәжәғәт итегеҙ;
- машина һатып алырға йыйынған автодилер тураһында фекерҙәрҙе интернетта уҡығыҙ.
Сығанаҡ: Республикаға идара итеү үҙәге.