

Салауатта хеҙмәт ветеранына берҙәм аҡсалата компенсация түләүҙе туҡтатҡандар. Берҙәм аҡсалата компенсацияны ул сүп-сарҙы ситкә ташыу хаҡын компенсациялау рәүешендә алған. Иҫәптә бурыс йыйылған. Ҡатын төбәк операторына белешмә ҡағыҙын тапшырған, мәсьәләне хәл иткәндәр. Шул уҡ ваҡытта бурыс һаҡланып ҡалған.
Был хәл тураһында Гөлнара Раду социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Республикаға идара итеү үҙәге республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарындағы коллегалары менән бәйләнешкә инеп, мәсьәләне тикшерә башланы. Баҡтиһәң, бурыс элекке милексенеке булып сыҡты. Шәхси иҫәпте алмаштырғандар, ә мәғлүмәт бөтә системаларға ла индерелмәгән икән. Мәсьәлә хәл ителде, мәғлүмәттәр бөтә ерҙә лә алмаштырылды. Айлыҡ аҡсалата компенсация түләү ҙә яйға һалынды.
Йыл башынан алып Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ситкә ташыған өсөн хаҡ билдәләүгә ҡағылышлы 31 мөрәжәғәт булған. Уларҙың барыһы буйынса сара күрелгән.
Берҙәм аҡсалата компенсация кеүек ярҙам сараһы тураһында белмәгәндәр булһа, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Был компенсация пенсионерҙарға, инвалидтарға, ишле ғаиләләргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә бирелә. Пособиеның асылы шунда: халыҡҡа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡын компенсациялайҙар. Уның күләме был хеҙмәттәр өсөн күпме түләүегеҙгә бәйле.
Компенсация күләме күпме булырға тейеш? Быны нисек белергә? Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең рәсми сайтында калькулятор бар – https://calc.bashkortostan.ru/EDK_calc/. Уның ярҙамында компенсация күләмен үҙаллы иҫәпләп сығарырға мөмкин. Шул уҡ сайтта “Теркәлгән адрес буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең бөтә төрҙәре менән тәьмин итеүселәр” тигән сервис та бар – ул берҙәм аҡсалата компенсация күләмен иҫәпләү өсөн файҙаланылған мәғлүмәттең тулылығын тикшерергә ярҙам итә.
Тәү ҡарашҡа, ябай ғына күренгән ваҡиға сетерекле булып сыҡты. Уның ҡарауы, мәсьәләне хәл итеү бик ҡыҙыҡлы булды.
Фото: vk.com/wall-201146046_21406
Сығанаҡ: vk.com/wall-201146046_21406