

“Благовещен ҡалаһының Төньяҡ микрорайонында мәктәптәр ҙә, балалар баҡсалары ла юҡ. Балалар, йылдың ниндәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, туҡталышҡа тиклем атларға, һуңынан оҙаҡ автобус көтөп торорға мәжбүр”, – тип яҙа Республикаға идара итеү үҙәгенән Гуля Викторова. Автор һуҙҙәренсә, микрорайонда йәшәгәндәр балаларҙы мәктәпкә йөрөтөүгә автобус һорай.
Үҙәк белгестәре был мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүҙе һорап Благовещен ҡалаһы һәм районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.
Төньяҡ микрорайоны – әүҙем төҙөлгән райондарҙың береһе. Юлдар буйлап ҙур йөк машиналары күп йөрөй. Автобус маршрутын ебәреү өсөн тәү сиратта юл, унан юл билдәләре ҡуйырға кәрәк.
Нисек кенә булмаһын, 2021 йылдың 15 ноябрендә ГАЗ ИАЦ-1767А4 автобусы ҡаланың 5-се мәктәбенә башланғыс класс балаларын йөрөтә башлай.
Автобус һорап район хакимиәте Башҡортостандың Мәғариф министрлығына ғариза ебәрә.
2 февралдә Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов министрлыҡтың автобус бүлеп биреүе тураһында хәбәр итә. Был автобус 6-сы мәктәп уҡыусыларын белем усағына йөрөтәсәк.
Киләсәктә Төньяҡ микрорайонында мәктәп төҙөлөрмө? Был һорауға әлегә аныҡ яуап юҡ. Был күп сығым талап ителә. Әлегә район хакимиәте Инза микрорайонында бер мәктәп асыу кәрәклеген билдәләй. Ул 5-се һәм 6-сы мәктәптәрҙәге көсөргәнеште бер аҙ кәметер тип фаразлайҙар.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.