

Салауат ҡалаһында “Төҙөүсе” стадионы быйыл яҙ асыла һәм унда үткән тәүге ярыштар Башҡортостан Башлығы Кубогы өсөн буласаҡ. Чемпион Эмиль Сәфетдиновты тәрбиәләгән сипдвей клубы йәшәй!
Бөгөн иртәнге “Сәләм” тапшырыуында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов республикала тағы ҡайһы клубтарҙа спортсылар һәм чемпиондар тәрбиәләргә була тигән һорауға яуап бирҙе.
Факт: Пекин Олимпиадаһының бронза призеры Эдуард Латипов Максим Чудов кеүек булырға теләгән. Шуның өсөн Өфөгә башҡорт биатлон мәктәбенә уҡырға күскән. Өфөлә биатлон комплексында етди төҙөкләндереү эштәре үткән. Ул барлыҡ теләүселәр өсөн бушлай эшләй. Таулы ерҙәрҙә күнекмәләр үткәреү маҡсатында Белоретта Биатлон үҙәгенең филиалы асылды.
Олимпиада-2022 ҡатнашыусыһы Семен Елистратов әйтеүенсә, ул тәүге тапҡыр өйҙә, ғаиләһе менән Олимпия уйындарына әҙерләнә. Өфөлә шорт-трек буйынса заманса конькиҙа йүгереү спорты үҙәге быға юл аса. Бында шулай уҡ 1-се Олимпия резерв мәктәбе уҡыусылары күнекмәләр үткәрә. Ә был башҡорт спорты беренсе урында тигән һүҙ.
Башҡортостанда 137 спорт мәктәбе эшләй, һәм уларҙың барыһы олимпия рекорды ҡуйырға теләгән балалар өсөн асыҡ. Биатлонда (https://biathlonufa.ru/) һәм шорт-тректа (http://shor1-ufa.ru/), мәҫәлән, 9 йәшлек малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы көтәләр. Һайлап алыу бар – был спорт төрө бит. Республиканың спорт мәктәптәрендә 100 меңгә яҡын кеше бөтөнләй бушлай шөғөлләнә.
2021 йылда Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына спорт инфраструктураһын төҙөү буйынса 617, спорт учреждениеларын төҙөкләндереүгә бәйле 127 мөрәжәғәт килгән. Тренерҙарға ярҙам итеү темаһына 23 мөрәжәғәт булды. Нигеҙҙә, кешеләр "Ауыл тренеры" программаһын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһынды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был программа буйынса ауылда биш йылдан ашыу эшләгән тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған 600 мең һум түләнә. Республикала ундайҙар 37 кеше һанала. Был программа менән ҡыҙыҡһыныусылар түбәндәге һылтанманан файҙалана ала: https://sport.bashkortostan.ru/documents/other/329666...
Республикаға идара итеү үҙәгенең һуңғы статистик мәғлүмәттәренә ҡарағанда, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр (136), йәшелләндереү (131), һаулыҡ һаҡлау (121) темаһына мөрәжәғәттәр килгән. Коронавирусҡа бәйлеләре - 52, был мәсьәлә дүртенсе урынға төшкән.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.